Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 12:8 - Изге Яҙма

8 Итте шул уҡ төндө утта ҡурып, сөсө икмәк, әскелтем үләндәр ҡушып ашаһындар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Итте шул уҡ төндө утта ҡурып, сөсө икмәк, әскелтем үләндәр ҡушып ашаһындар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Итте шул уҡ төндө утта ҡурып, сөсө икмәк, әскелтем үләндәр ҡушып ашаһындар.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 12:8
20 Referencias Cruzadas  

Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Ҡотҡарылыу байрамына килтерелгән ҡорбан иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын.


Итте Аллаң Раббы һайлаған урында бешереп аша, иртәгәһенә сатырыңа ҡайт.


Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр; Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.


Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Байрамда Миңә килтерелгән ҡорбандың майы иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын.


Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Арағыҙҙа һәм илегеҙҙең бер генә ерендә лә әсе икмәк һәм әсетке булмаһын.


– Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ.


Исраил халҡының бөтә ғүмере интектергес әсе эштән ғибәрәт булды: улар балсыҡ баҫты, кирбес һуҡты, ҡырҙа бил бөктө, башҡа төрлө эштәр башҡарҙы – һис йәлләп торманылар уларҙы.


Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.


Аҙ ғына әсетке лә бөтөн ҡамырҙы әсетә.


Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.


Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушҡанын аңланылар.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Шөкөр саҙаҡаһы итеп әсеткеле икмәк яндырығыҙ, Нәфел ҡорбаны хаҡында һөрәнләп йөрөгөҙ! Һеҙ быны эшләргә яратаһығыҙ, исраилдар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Был итте сей көйө йә һыуҙа бешереп түгел, башы-тояҡтары һәм эске ағзалары менән бергә утта ҡурып ашағыҙ.


Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен, ҡағиҙәгә ярашлы, утта ҡуралар. Изге ҡорбандарҙы ҡаҙандарҙа, көршәктәрҙә һәм табаларҙа бешереп, йәһәт кенә халыҡҡа тараталар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios