Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 12:6 - Изге Яҙма

6 Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа, эңер төшөүгә, Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа эңер төшөүгә Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа, эңер төшөүгә, Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 12:6
34 Referencias Cruzadas  

Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы башланыр.


Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә – Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы.


Ундайҙар Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс билдәләһен. Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны булған тәкә бәрәсте сөсө икмәк һәм әскелтем үләндәр менән ашаһын.


Тәүге айҙың ун дүртенсе кисенән башлап егерме беренсе кисенә тиклем сөсө икмәк ашағыҙ.


Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.


Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә һеҙҙең Ҡотҡарылыу байрамы булыр. Уны ете көн байрам итегеҙ, ошо ваҡыт дауамында сөсө икмәк ашағыҙ.


– Мин Исраил халҡының ризаһыҙлығын ишеттем. Әйт уларға: кистән ит ашарһығыҙ, иртәнсәк икмәк менән туҡланырһығыҙ. Шул сағында Минең Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ.


Халыҡ бер тауыштан: – Быныһына – үлем! Беҙгә Бараббасты азат ит! – тип ҡысҡыра башланы.


Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилатос янына алып килде.


Уны ҡаҙаҡлағанда иртәнге сәғәт туғыҙ ине.


Әммә баш ҡаһиндар, Ғайсаны түгел, Бараббасты азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны.


Халыҡ төркөмө, Пилатос янына килеп, уның ғәҙәттәгесә эш итеүен һорай башланы.


Иртән үк баш ҡаһиндар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар.


– Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.


Баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар иһә, Бараббасты иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны.


Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.


Һеҙ, Изге һәм Хаҡ булғандан ваз кисеп, кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы талап иттегеҙ.


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Сөсө икмәк байрамы үткәрегеҙ. Нәҡ ошо көн барсағыҙҙы, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарҙым. Был көн быуындан-быуынға байрам ителһен. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Был йоланы бөтә Исраил йәмғиәте үтәргә тейеш.


Исраил йәмғиәте Элимдан ҡуҙғалып китте. Мысырҙан сыҡҡандың икенсе айының ун бишенсе көнөндә улар Элим менән Синай тауы араһында ятҡан Син сүленә килеп туҡтаны.


Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандың өсөнсө айында – яңы ай тыуған көндө – Синай сүленә килеп етте.


Йошияһ Йәрүсәлимдә Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы уҙғара. Беренсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салалар.


Һөргөндән ҡайтҡандар тәүге айҙың ун дүртенсе көнөндә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.


Береһен – иртәнсәк, икенсеһен кис ҡорбан ит.


Икенсе бәрәсте, иртәнге кеүек, икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кис ҡорбан ит. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios