Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 12:3 - Изге Яҙма

3 Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйтегеҙ, ошо айҙың унынсы көнөндә һәр ғаиләнең башлығы үҙ өйөндәге кешеләр өсөн бер бәрәс алһын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйтегеҙ, ошо айҙың унынсы көнөндә һәр ғаиләнең башлығы үҙ өйөндәге кешеләр өсөн бер бәрәс алһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйтегеҙ, ошо айҙың унынсы көнөндә һәр ғаиләнең башлығы үҙ өйөндәге кешеләр өсөн бер бәрәс алһын.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 12:3
26 Referencias Cruzadas  

Шулай булғас, яңы ҡамыр булыу өсөн, һеҙгә иҫке әсеткенән таҙарынырға кәрәк. Ысынында иһә һеҙ – сөсө ҡамыр, сөнки Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих беҙҙең хаҡҡа ҡорбан ителде.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –


һәм, ҡылған ғәйебенә күрә, гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә – килтерһен. Шул рәүешле ҡаһин гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, уны гонаһынан паклар.


– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: арағыҙҙан берәйһе Раббыға мал-тыуарҙан ҡорбан килтерһә, ҡорбаны эре йәки ваҡ мал булһын.


Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Йәрүсәлимгә килеүен ишеткәс,


үтеп барған Ғайсаны күреп: – Ҡарағыҙ, ана, Алла Бәрәсе, – тине.


Йошияһ халҡына, шундағыларҙың һәммәһенә, Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанлығы итеп, утыҙ мең баш һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре, өс мең баш үгеҙ бирә. Былары батша мөлкәтенән була.


Үгеҙҙе, һарыҡ тәкәһен һәм һарыҡ йә кәзә бәрәсен ҡорбан итеп килтергәндә һәр ваҡыт шулай эшлә.


Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа, эңер төшөүгә, Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Һарун уларға Раббының Мусаға әйткән бөтә һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Муса иһә бөтә халыҡтың күҙ алдында хикмәттәр ҡылды.


– Ҡорбан өсөн бәрәсте Алла Үҙе хәстәрләр, – тине Ибраһим. Икәүләшеп ары киттеләр.


Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе,


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы.


Иртәгә иртәнсәк ырыу-ырыу булып килегеҙ. Раббы күрһәткән ырыуҙан һәр бер нәҫел килер. Раббы күрһәткән нәҫелдән ғаилә артынан ғаилә килер. Шунан Раббы күрһәткән ғаиләнән ир артынан ир килер.


– Беҙгә һин һөйлә, – тине улар Мусаға, – ә беҙ һине тыңлап торорбоҙ. Тик Алла беҙҙең менән һөйләшмәһен, юҡһа беҙ үлербеҙ.


– Ниңә Миңә ялбараһың? – тине Раббы Мусаға. – Әйт Исраил халҡына, алға барһындар.


Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Бейт-Әниәгә килде. Был – Ғайса үлемдән терелткән Әлғазар йәшәгән ауыл ине.


– Был ай һеҙҙең өсөн йылдың тәүге айы, йыл башы булһын.


Ғаилә бер бәрәсте ашап бөтөрлөк түгел икән, йән башына ҡарап, кемдең күпме ашауын иҫәпләп, яҡын күршеһе менән уртаҡлашып алһын.


Муса Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла: – Барығыҙ, ғаиләләрегеҙ өсөн бәрәс һайлап алығыҙ ҙа Ҡотҡарылыу байрамы хөрмәтенә салығыҙ, – тине. –


Һөргөнөбөҙҙөң егерме бишенсе йылында, йыл башында, айҙың унынсы көнөндә, ҡаланың тар-мар ителеүенең ун дүртенсе йылында, тап шул көндө, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул мине Исраилға алып китте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios