Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 12:19 - Изге Яҙма

19 Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 12:19
13 Referencias Cruzadas  

Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ҡорбан ите менән бергә әсетеп бешерелгән икмәк ашама. Һин Мысырҙан бик ашығыс сығып киттең һәм, был көндө ғүмер буйы иҫтә тотоу өсөн, ете көн буйы сөсө ҡамырҙан бешкән икмәк – «хәсрәт икмәге» аша.


Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.


Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.


Мин һеҙгә ҡушҡанса, авив айының тәғәйен ваҡытында ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын үткәрегеҙ. Сөнки авив айында Мысырҙан сыҡтығыҙ.


Арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәк Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнашырға теләһә, ғаиләһендәге һәр бер ир-ат сөннәтләнһен. Шунан һуң ғына ул ерле исраилдар кеүек һаналыр. Сөннәте булмаған бер кем дә ул итте ашамаһын.


Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Бына Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә: бер генә сит кеше лә Ҡотҡарылыу байрамы ризығын ашарға тейеш түгел.


Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, әсеткеле икмәк түгел, ә сөсө икмәк кенә ашарға тейешһегеҙ.


– Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ.


Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Арағыҙҙа һәм илегеҙҙең бер генә ерендә лә әсе икмәк һәм әсетке булмаһын.


Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы башланыр.


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios