Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 11:10 - Изге Яҙма

10 Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәтте. Ләкин фирғәүен, Раббы уны тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәттеләр. Ләкин фирғәүен, Раббы уның тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәтте. Ләкин фирғәүен, Раббы уны тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 11:10
17 Referencias Cruzadas  

– Мысырға әйләнеп ҡайтҡас, Минең ҡөҙрәтем менән тыуҙырылған был мөғжизәләрҙең бөтәһен дә фирғәүен алдында күрһәт. Ләкин Мин уның йөрәгенә тиҫкәрелек һалырмын һәм ул халыҡҡа китергә рөхсәт итмәҫ, – тине Раббы Мусаға. –


Ләкин Раббы фирғәүендең күңелен ҡатырҙы. Шуға күрә фирғәүен исраилдарға китергә рөхсәт итмәҫкә булды.


Ләкин Раббы фирғәүендең йөрәген туң итте, шуға күрә ул һаман ҡарышты – Исраил халҡына китергә рөхсәт бирмәне.


Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Бәлки, Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәренә» ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткәндер? Быны Ул Үҙ даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәренә» Үҙ данының байлығын асыу өсөн эшләне.


Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?


Ниңә һеҙгә мысырҙар һәм фирғәүен кеүек тиҫкәре булырға? Раббы мысырҙар менән аяуһыҙ булғандан һуң, улар исраилдарҙы ебәрҙеләр һәм тегеләр китте түгелме?


Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.


«Күҙҙәре менән күрмәһендәр, йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.


Ләкин Мин фирғәүенде тиҫкәреләндерермен һәм Мысыр ерендә бихисап хикмәттәр менән мөғжизәләр ҡылырмын.


Әммә Раббы фирғәүенде һаман ҡарыштырҙы һәм фирғәүен уларҙы тыңламаны. Барыһы ла Раббы Мусаға әйткәнсә булды.


Мысыр ерендә Раббы Муса менән Һарунға былай тине:


Раббы Үҙе был халыҡтарҙың күңелдәрен ҡатырҙы, улар Исраил менән һуғышһындар ҙа, Раббы Мусаға бойорғанса, исраилдар уларҙы харам ҡылып юҡ итһен, был халыҡтарға аяу булмаһын, улар бөтәһе лә ҡырылып бөтһөн өсөн эшләнде был.


Ни өсөн, йә Раббы, беҙгә Һин юлыңдан яҙырға ихтыяр ҡуяһың? Ниңә беҙгә Һинән ҡурҡмаған таш йөрәк биргәнһең? Ҡолдарың хаҡына, Биләмәң булған ырыуҙарың хаҡына кире ҡайтсы!


Әммә беләм, Мысыр батшаһы, әгәр бер ҡөҙрәтле ҡул мәжбүр итмәһә, һеҙгә китергә рөхсәт бирмәйәсәк.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios