Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 10:26 - Изге Яҙма

26 Бер тояҡ та ҡалмаҫ, беҙҙең менән бөтә көтөү барыр: Аллабыҙ Раббыға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡорбан малын тейешле урынға барып еткәс кенә һайлап алабыҙ. Унда барып етмәйенсә, Раббыға ниндәй ҡорбан кәрәген белеп булмай.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Бер тояҡ та ҡалмаҫ, беҙҙең менән бөтә көтөү барыр: Аллабыҙ Раббыға ҡорбан малын тейешле урынға барып еткәс кенә һайлап алабыҙ. Унда барып етмәйенсә Раббыға ниндәй ҡорбан кәрәген белеп булмай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Бер тояҡ та ҡалмаҫ, беҙҙең менән бөтә көтөү барыр: Аллабыҙ Раббыға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡорбан малын тейешле урынға барып еткәс кенә һайлап алабыҙ. Унда барып етмәйенсә, Раббыға ниндәй ҡорбан кәрәген белеп булмай.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 10:26
12 Referencias Cruzadas  

Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә милек итеп алырға тейеш булған ергә бара.


Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар.


Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа, ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек, изге булыр.


Эре һәм ваҡ малдарын ҡыуалап, Раббыны эҙләп килерҙәр, ләкин таба алмаҫтар, сөнки Раббы уларҙы ташланы.


Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор.


Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола, һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна,


Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ.


– Барыбыҙ ҙа барабыҙ: йәштәрҙе лә, ҡарттарҙы ла, уландарҙы, ҡыҙ-ҡырҡынды, кәзә-һарыҡты, үгеҙ-һыйырҙы ла ҡалдырмайбыҙ, сөнки Раббы хөрмәтенә байрам итергә тейешбеҙ, – тип яуапланы Муса.


Муса иһә: – Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтереү, тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим итеү өсөн һин беҙҙе көтөү менән ебәрергә тейешһең, – тип яуапланы. –


Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios