Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сефанъяһ 3:1 - Изге Яҙма

1 Фетнәсел, боҙоҡ, залим ҡалаға ҡайғы!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Фетнәсел, боҙоҡ, залим ҡалаға ҡайғы!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Фетнәсел, боҙоҡ, залим ҡалаға ҡайғы!

Ver Capítulo Copiar




Сефанъяһ 3:1
17 Referencias Cruzadas  

Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ағас ҡырҡығыҙ, Йәрүсәлимде ҡамап уба ҡороғоҙ. Был ҡала язаланырға тейеш; Уның эсе тулы йәбер-золом.


Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек, Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек. Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек, Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк.


Шуға күрә Исраилдың Изгеһе былай ти: «Һеҙ Минең һүҙҙәремде кире ҡаҡтығыҙ, Золомға, ялғанға өмөтләнеп, шуларға таяндығыҙ.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде.


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.


Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың».


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Ҡоштоң бөрләтәүе менән нәжесен усаҡтың көнсығыш яғындағы көллөккә ташлаһын.


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ, Мысыр ерендәге нығытмаларҙа белдерегеҙ: «Самарияның тау баштарына артылығыҙ, Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ: Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!»


Былар барыһы ла һиңә фәхешлегеңдә башҡа ҡәүемдәр артынан эйәргәнең һәм уларҙың боттары менән үҙеңде нәжесләгәнең өсөн эшләнәсәк.


Ил халҡы бер-береһен иҙә, талай; ярлы менән мохтажды ҡыйырһыта, килмешәкте хаҡһыҙ рәнйетә.


Әммә был халыҡтың йөрәге тиҫкәре, фетнәсел; Улар боролоп үҙ юлдары менән китте.


Улар үргән ауҙан кейем сыҡмаҫ, Ҡулдары туҡығанға төрөнә алмаҫтар. Ҡылған ғәмәлдәре – тик яуызлыҡ, Ҡулдарының эше – йәбер-золом.


Шишмә һыуы нисек бәреп сыға, Йәрүсәлимдә яуызлыҡ шулай бөркөлә. Унда көсләү, емереү хөкөм һөрә, Гелән күҙ алдымда – сир һәм йәрәхәттәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios