Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 7:9 - Изге Яҙма

9 Ҡасандыр мин ҡанунды белмәйенсә йәшәй инем, ләкин Алланың бойороғон белгәнемдән һуң, гонаһ терелде,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 Ҡасандыр мин ҡанунһыҙ йәшәй инем, ләкин Алланың әмере мәғлүм булғас, гонаһ терелде,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Ҡасандыр мин ҡанунды белмәйенсә йәшәй инем, ләкин Алланың бойороғон белгәнемдән һуң, гонаһ терелде,

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 7:9
22 Referencias Cruzadas  

Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған.


сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.


Алла өсөн йәшәйем тип, мин ҡанун аша ҡанунға ҡарата үлдем. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым.


Муса ҡанунды үтәү аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә».


сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе.


Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға иҫкесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса, йәғни Изге Рух етәкселегендә, хеҙмәт итәбеҙ.


Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ.


Ә башлыҡ Уға: – Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп киләм, – тине.


«Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асыр өсөн һин миңә берәй тапҡыр кәзә бәрәсе лә биргәнең юҡ.


– Мин быларҙың бөтәһен дә үтәп килдем. Миңә тағы нимә етмәй? – тип һораны егет.


Әгәр ҙә дошманым өҫтөн сығып тантана итмәһә, Мине хуш күреүеңде аңлармын.


Әммә гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, миндә төрлө нәфселе теләктәр уятып ебәрҙе, ә ҡанун булмағанда гонаһ үле.


һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле бойороҡ минең үлемемә сәбәпсе булды,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios