Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 6:4 - Изге Яҙма

4 Беҙ һыуға сумдырылып, Мәсих менән бергә үлдек һәм күмелдек. Атабыҙ Алланың бөйөк шөһрәте менән Мәсих үлемдән терелгәндәй, беҙ ҙә яңы тормош менән йәшәй алабыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 Шулай булғас, Атабыҙҙың данлы ҡөҙрәте менән Мәсих үленән терелтелгән кеүек, яңы тормош менән йәшәү өсөн, сумдырылыу йолаһы аша Уның үлемен уртаҡлаштыҡ һәм Уның менән бергә ерләндек.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Беҙ һыуға сумдырылып, Мәсих менән бергә үлдек һәм күмелдек. Атабыҙ Алланың бөйөк шөһрәте менән Мәсих үлемдән терелгәндәй, беҙ ҙә яңы тормош менән йәшәй алабыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 6:4
33 Referencias Cruzadas  

Шулай итеп, кем Мәсихтә, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кеше үҙен яратҡан Аллаға оҡшап үҙгәреп тора һәм Уны ысынлап танып белеүгә табан ынтыла.


Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға иҫкесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса, йәғни Изге Рух етәкселегендә, хеҙмәт итәбеҙ.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


Беҙ беләбеҙ, үленән терелгәндән һуң, Ул инде башҡа үлмәйәсәк, инде үлем Уға хаким була алмаясаҡ.


Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтә көсһөҙбөҙ, әммә Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның менән һеҙҙең өсөн йәшәйәсәкбеҙ.


Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтәбеҙҙең дә Уның үлеменә сумдырылыуын белмәйһегеҙме ни?


Кем дә кем: «Мин Аллала йәшәйем», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.


Раббы Ғайсаны Алла үленән терелтте. Үҙенең ҡөҙрәте менән Ул беҙҙе лә терелтер.


Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән үлемле тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер уны изгелеккә илтеүсе тәҡүәлеккә ҡол итеп тапшырығыҙ.


Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.


Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Уны терелтте, сөнки үлем Ғайса алдында көсһөҙ ине.


Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел булығыҙ.


Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыла булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.


Был – Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең шөһрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.


Һәм бына Алла ошо Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә – бының шаһиттары.


Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәйәсәгебеҙгә лә ышанабыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios