Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 4:2 - Изге Яҙма

2 Әгәр Ибраһим үҙенең эштәре өсөн аҡланған булһа, ул саҡта маҡтана алыр ине; әммә Алла алдында түгел.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Ибраһим үҙенең эштәре менән аҡланғанмы һуң? Шулай икән, уның маҡтанырға хаҡы булған, әммә Алла алдында түгел.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Әгәр Ибраһим үҙенең эштәре өсөн аҡланған булһа, ул саҡта маҡтана алыр ине; әммә Алла алдында түгел.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 4:2
21 Referencias Cruzadas  

Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».


Маҡтанырға тура килһә, көсһөҙлөгөм менән маҡтанырмын.


Һеҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә түгел, шуға күрә бер кем дә маҡтанмаһын.


Әммә Изге Яҙма бөтә донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә Алланың вәғәҙә иткәне иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләйем икән, маҡтанырға бер сәбәбем дә юҡ, сөнки был – минең өсөн мотлаҡ булған вазифа. Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә!


Һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтай-маҡтай яңынан тәҡдим итмәйбеҙ, әммә йөрәктәрендәге менән түгел, ә тышҡы ҡиәфәт менән генә маҡтаныусыларға яуап бирә алыуығыҙ өсөн, беҙҙең менән маҡтанырға мөмкинлек бирәбеҙ.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булараҡ, Аллаға хеҙмәт итеүем менән ғорурлана алам.


Фирғәүен Ибрамды үҙ янына саҡырып алды ла: – Ни эшләттең һин мине? Ниңә уның ҡатының икәнен әйтмәнең? – тине. –


Ләкин Алла эшен беҙҙең һымаҡ уҡ башҡарам тип маҡтанырға теләүселәргә юл ҡуймаясаҡмын. Быға тиклем дә шулай эшләнем, бынан һуң да шулай эшләүемде дауам итәсәкмен.


Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?


Алла миңә: – Эскә ин дә улар бында ҡылған ерәнгес эштәрҙе күр, – тине.


Йушағ бөтә халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Борон-борондан – Ибраһим һәм Нахорҙың атаһы Терахҡа тиклем – һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында йәшәне һәм сит илаһтарға табынды.


Фирғәүен үҙенең кешеләренә әмер бирҙе һәм Ибрамды ҡатыны, бөтә мөлкәте менән оҙатып ебәрҙеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios