Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 4:16 - Изге Яҙма

16-17 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәтле бүләк булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә: ҡанундың үтәлеүенә өмөт бағлаусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иманлы булғандар өсөн дә ышаныслы. Изге Яҙмала: «Һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим – барыбыҙға ла ата. Ул үҙе ышанған Алла, үлеләрҙе терелткән, булмағанды бар ҡылған Алла алдында бөтәбеҙ өсөн дә ата.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

16-17 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16-17 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәтле бүләк булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә: ҡанундың үтәлеүенә өмөт бағлаусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иманлы булғандар өсөн дә ышаныслы. Изге Яҙмала: «Һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим – барыбыҙға ла ата. Ул үҙе ышанған Алла, үлеләрҙе терелткән, булмағанды бар ҡылған Алла алдында бөтәбеҙ өсөн дә ата.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 4:16
18 Referencias Cruzadas  

Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был – һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, был – Алла бүләге.


Әммә Изге Яҙма бөтә донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә Алланың вәғәҙә иткәне иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


Йәғни тәбиғи рәүештә тыуған балалар Алла балалары тигән һүҙ түгел, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған балалар Уның балалары һанала.


беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.


беҙгә, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләргә, Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.


Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арала татыулыҡ урынлашты.


Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ. Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине, Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым.


Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы тағы ла ныҡлыраҡ итергә тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ,


Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән тәҡүәлеккә һаналыуҙы раҫлаған билдә булды. Шуға ла ул сөннәтһеҙ килеш иман итеп тәҡүә һаналған бөтә кешеләрҙең рухи атаһы булды.


– Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тине Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит.


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ.


сөнки Алла – бер. Ул сөннәтлене лә, сөннәтһеҙҙе лә иман аша аҡлай.


Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.


Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios