Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 2:1 - Изге Яҙма

1 Шуға күрә, эй башҡаларҙы хөкөм иткән әҙәм, кем генә булһаң да, һиңә аҡлау юҡ. Башҡаларҙы хөкөм итеп, һин үҙеңде лә хөкөм итәһең. Сөнки һин, эй хөкөм итеүсе, үҙең дә шуны уҡ ҡылаһың.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Шуға күрә, эй башҡаларҙы хөкөм иткән әҙәм, кем генә булһаң да, һиңә аҡлау юҡ. Башҡаларҙы хөкөм итеп, һин үҙеңде лә хөкөм итәһең. Сөнки һин, эй хөкөм итеүсе, үҙең дә шуны уҡ ҡылаһың.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 2:1
20 Referencias Cruzadas  

Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәфү ителерһегеҙ.


Һин, әҙәм, шундай эштәр ҡылған башҡаларҙы ғәйепләп, ә үҙең шуны уҡ ҡылып, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы?


Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин – ҡанунды үтәүсе түгел, ә уны хөкөм итеүсеһең.


Эй буш бәндә! Ә һин ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ икәнен күрһәтеүҙәрен теләйһеңме?


Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит!


Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың?


Ғайса теге кешенән: – Һеҙҙең бәхәстәрегеҙҙе хәл итеүсе йәки мөлкәтегеҙҙе бүлеүсе итеп Мине кем билдәләне? – тип һораны.


Беҙ иһә беләбеҙ: ундай эштәрҙе ҡылыусыларға Алла ғәҙел хөкөмөн бирә.


Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.


Быға ҡарата булған фекереңде үҙең менән Алла араһында ғына һаҡлап тот. Үҙе хаҡлы тип һанаған нәмә өсөн үҙен хөкөм итерлек ғәйеп тапмаған кеше бәхетле.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios