Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 16:2 - Изге Яҙма

2 Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Ул Раббыныҡы булғанға күрә, уны изгеләргә лайыҡлы булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 16:2
25 Referencias Cruzadas  

Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ.


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уға сәләм бирмәгеҙ.


Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп, ихлас ҡабул ит.


Күҙемдең ҡараһылай булып киткән Онесимусты кире һеҙгә ҡайтарып ебәрәм.


өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;


Ҡиәмәт көнөндә ул Раббы ярҙамы менән Раббының шәфҡәтен алһын. Уның Эфеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.


Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем.


Минең менән бергә тотҡонда булған Аристархос та, Барнабастың ике туғаны Маркус та сәләм ебәрә. Уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ.


Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Минең һәм бөтә имандаштар берҙәмлеге өсөн өйөнөң ишеге һәр саҡ асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Әрәстос, имандашыбыҙ Ҡыуартос һеҙгә сәләм ебәрә.


Мәсихтә беҙҙең менән хеҙмәт итеүсе Урбаносҡа һәм ҡәҙерле дуҫым Стахусҡа сәләм белдерегеҙ.


Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ.


Шуға күрә, Алла даны өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ.


Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы.


Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте.


Яфо ҡалаһында гел генә яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Табиҫа (грекса «Доркас») исемле бер шәкерт ҡатын бар ине.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


– Раббым! Мин был кеше хаҡында, уның Йәрүсәлимдә Һинең изге халҡыңа ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар ҡылыуы тураһында күптәрҙән ишеттем.


Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.


Филологус менән Йүлиәгә, Нәриус менән уның һеңлеһенә, Олумпасҡа һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios