Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 15:1 - Изге Яҙма

1 Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 15:1
13 Referencias Cruzadas  

Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.


Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ.


Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.


Балалар, һеҙгә яҙҙым: һеҙ Күктәге Атаны танып белдегеҙ. Аталар, мин һеҙгә яҙҙым: баштан уҡ Бар булыусыны танып белдегеҙ. Эй йәштәр, һеҙгә яҙҙым: һеҙ көслөһөгөҙ, Алла һүҙе күңелдәрегеҙҙә йәшәй, һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ.


Улым, һин Ғайса Мәсихтә булған мәрхәмәткә таянып нығын.


Алла биргән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманында ныҡ булып, Алланы данланы.


Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.


Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


Беҙ Мәсих хаҡына иҫәргә әйләндек, һеҙ иһә Мәсихтә аҡылға эйә булдығыҙ. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар.


Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны, гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай.


Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios