Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 13:4 - Изге Яҙма

4 Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп яза бирә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп, яза бирә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп яза бирә.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 13:4
23 Referencias Cruzadas  

Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».


Батшаның ярһыуы – гүйә арыҫлан ырылдауы, ҡыҙҙырма уны – үҙеңде хәүефкә ҡуйырһың.


Батшаның асыуы – үлем илсеһе, әммә аҡыллы кеше уны тынысландырыр.


уларға былай ти: – Һәр эшегеҙҙә иғтибарлы булығыҙ, һеҙ кеше хөкөмөн түгел, Раббы хөкөмөн ҡылыуығыҙҙы, хөкөм эшендә Уның ҡатнашҡанын белеп тороғоҙ.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен үҙ вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә.


Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,


Эдомдан үсемде халҡым Исраилдың ҡулы менән аласаҡмын. Улар Эдомда Минең асыуым һәм нәфрәтем буйынса эш итәсәктәр. Эдом халҡы Минең үс ҡандырыуымды аңлаясаҡ», – тип белдерә Раббы Хаким.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай.


Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»


Аҡыллы батша залимдарҙы иләп айырыр, өҫтәренән һуҡҡыс тәгәрмәсен тәгәрәтер.


Хөкөм тәхетендә ултырған батша үҙ күҙе менән бөтә яманлыҡты ҡыуып таратыр.


Һиңә илтифат менән ҡараған, Исраил тәхетенә батша итеп ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Раббы Исраилға булған мәңгелек тоғро мөхәббәте хаҡына, хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын, тип һине батша итеп ҡуйған.


Шулай итеп, бына шулар һыйыныу ҡалалары итеп билдәләнде. Исраил халҡынанмы йәки улар араһында йәшәгән килмешәктәрҙәнме яуыз ниәтһеҙ кеше үлтергән һәр кем – йәмғиәт хөкөмө алдына баҫҡанға тиклем ошо ҡалаларҙа ҡан үсен ҡайтарыусынан ҡасып ҡотола алыр.


Уны ҡон ҡайтарам тип килгән кешегә тотоп бирмәһендәр – ул яуыз ниәт менән үлтермәгән бит, теге үлгән кеше менән уның араһында дошманлыҡ булмаған.


шулай уҡ енәйәтселәрҙе язаларға, изгелек ҡылыусыларҙы дәртләндерергә ебәрелгән идарасыларға буйһоноғоҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios