Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 12:3 - Изге Яҙма

3 Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман күләменән сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман күләменән сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 12:3
47 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҙә кемдер, үҙе тураһында ысынына ҡарағанда юғарыраҡ фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.


Үҙен аҡыллыға һанаған затты күргәнең бармы? Ахмаҡ ул әҙәмдән күпкә өмөтлөрәк.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


Бер-берегеҙ менән килешеп йәшәгеҙ, тәкәббер булмағыҙ, шулай уҡ ябай кешеләр менән аралашығыҙ, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамағыҙ.


Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.


Артыҡ тәҡүә һәм артыҡ аҡыллы булып күренергә тырышма: ниңә үҙеңде харап итергә?


Тиҙҙән бөтә нәмәнең аҙағы етәсәк. Шуға күрә, һәр ваҡыт доға ҡыла алыу хәлендә булыр өсөн, тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


Эй кеше, нимә яҡшы икәнен Раббы һиңә белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә – Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙан ләззәт ал, Алла хозурында күндәм йәшә.


Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтә берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.


Был мәрхәмәт, аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә.


оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иманда, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон;


Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.


Дөрөҫ, улар ышанмауҙары арҡаһында һындырылды, ә һин ышанғанға ялғанып тораһың: танауыңды күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул.


Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Алла һүҙенә хурлыҡ килмәһен өсөн, йәштәргә ирҙәрен, балаларын яратырға тигән аҡыл бирһен, тотанаҡлы, саф, йорт-ҡураһы тураһында хәстәрлекле, яҡшы күңелле, үҙ ирҙәренә күндәм булһын.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе быуындар ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә.


Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.


Ир-егеттәрҙе лә һәр нәмәлә тотанаҡлы булырға өйрәт.


Әгәр ҡатын иман һәм мөхәббәттә, изгелек һәм әхлаҡлылыҡ һаҡлап йәшәһә, әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ, ҡотҡарыласаҡ.


Ҡатындарҙың да сәстәрен төрләндереп үрмәүен, алтын йәки ынйы таҡмауын, ҡиммәтле кейемдәр кеймәүен, ә тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап,


Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсихтә булған иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.


Һеҙ, яҙғандарымды уҡып, Мәсихтең серенең асылын нисек аңлағанымды күҙ алдына килтерә алырһығыҙ.


Башҡа берҙәмлектәр менән сағыштырғанда, һеҙҙең менән нимәлә насар мөғәмәлә иттем һуң? Һүҙ һеҙгә үҙемдең йөк булмауым тураһында ғына барырға мөмкин. Бындай ғәйебем өсөн ғәфү итегеҙ!


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин аҡыллы төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Имандаштар, һеҙ эреләнеп китмәһен өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәнгә тиклем Исраилдың бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.


Балды күп ашау яҡшы булмаған һымаҡ, дан өҫтөнә дан ҡаҙанырға тырышыу ҙа һәйбәт түгел.


Мин имандаштар берҙәмлегенә ҡайһы бер нәмәләр яҙҙым, әммә араларында беренселекте тоторға яратҡан Диотрефес беҙҙе тыңларға теләмәй.


Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтә гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, һеҙгә Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе.


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө ярҙамында көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


Алла Үҙенең мәрхәмәтен һеҙгә еткереү яуаплылығын миңә тапшырғанын ишеткәнһегеҙҙер.


Беҙ иһә саманан тыш маҡтанмайбыҙ, әммә маҡтаныуыбыҙ самаһы итеп беҙгә Алла билдәләгән хеҙмәт сиген алабыҙ. Унда һеҙҙең аралағы эшебеҙ ҙә инә.


Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios