Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 11:4 - Изге Яҙма

4 Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин табыныр өсөн Бәғел алдына теҙләнмәгән ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин ялған илаһ Ваал алдында теҙләнеп, уға табынмаған ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин табыныр өсөн Бәғел алдына теҙләнмәгән ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым».

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 11:4
12 Referencias Cruzadas  

Хәйер, Мин Исраилда Бәғел алдында теҙ сүгеп, уны үбеүҙән баш тартҡан ете мең кешене иҫән ҡалдырасаҡмын, – тине Раббы.


Исраилдар Пеғор Бәғеленә табына башланы. Раббының шул арҡала исраилдарға асыуы ҡабарҙы.


Ҡулымды Йәһүҙәгә ҡаршы, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә ҡаршы күтәрәм, Бәғелдең ҡалдығын бөтөрәм, Боттарға табынған ҡаһиндарҙың Хатта исемен юйып ташлайым.


Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом.


Үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын Бәғелгә тотош яндырыу ҡорбаны итеп утта яндырыу өсөн Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәнем, ундай нәмә әйтмәнем, хатта уйламаным да“.


Улар, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына табына башланылар.


Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.


Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.


Раббының Бәғел-Пеғор тауында нимәләр эшләгәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы Пеғорҙағы Бәғелгә табынған һәр кемде арағыҙҙан юҡ итте.


– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios