Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 10:1 - Изге Яҙма

1 Имандаштар, мин ихлас күңелдән Исраил халҡының ҡотолоуын теләйем һәм был турала Аллаға доға ҡылам.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Имандаштар, мин ихлас күңелдән Израилдең ҡотолоуын теләйем һәм Аллаға доға ҡылам.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Имандаштар, мин ихлас күңелдән Исраил халҡының ҡотолоуын теләйем һәм был турала Аллаға доға ҡылам.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 10:1
14 Referencias Cruzadas  

Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем.


Яҡшылыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ эшләйҙәрме ни? Иҫеңдәме, мин алдыңда тороп, Улар өсөн Һиңә ялбарғайным, Уларҙы асыуыңдан ҡурсалағайным, Әле улар миңә соҡор ҡаҙҙы.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!


Мин халҡыңа көтөүсе булыуҙан ҡасманым, Һәләкәт көнө килеүен көҫәмәнем. Ауыҙымдан сыҡҡан һәр һүҙҙе беләһең, Раббы, Улар Һинең хозурыңда.


Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.


Шемуил Шаул менән үҙенең аҡтыҡ көнөнә тиклем башҡа бер ҡасан да осрашманы, әммә уның өсөн бик көйөндө. Раббы иһә Шаулды Исраилға батша итеп ҡуйғанына үкенде.


– Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды.


Ҡалдыр Мине: ялҡынлы асыуымды өҫтәренә түгәйем дә уларҙы юҡ итәйем. Ә һинән бөйөк халыҡ хасил итермен, – тине.


Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән: «Бына, Сионда кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая ҡуям. Әммә Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ».


Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios