Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 1:3 - Изге Яҙма

3-4 Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында һөйләнелә. Мәсихтең кеше булараҡ сығышы Дауыт нәҫеленән ине, ә изгелек Рухы буйынса, үленән терелтелеүе менән, Ул Алланың ҡөҙрәтле Улы тип тәғәйенләнгән.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3-4 Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3-4 Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында һөйләнелә. Мәсихтең кеше булараҡ сығышы Дауыт нәҫеленән ине, ә изгелек Рухы буйынса, үленән терелтелеүе менән, Ул Алланың ҡөҙрәтле Улы тип тәғәйенләнгән.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 1:3
66 Referencias Cruzadas  

Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.


Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


«Ул көн Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙам, Тишеген-тошоғон һылайым, Ҡаҡшаған ерҙәрен йүнәтәм, Элекке көндәрҙәге хәленә ҡайтарам.


Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.


– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. –


Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым.


Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – кеше булараҡ сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.


– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Томас.


Мин һәм Ата – бербеҙ.


Яҡуп Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.


Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».


Дауыт нәҫеленән булған Ғайса Мәсихте иҫеңдә тот. Ул үленән терелтеп торғоҙолдо. Был хаҡта мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙә әйтелә.


Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.


Дауыт пәйғәмбәр була һәм Алланың тәхеткә үҙе урынына нәҫеленән береһен ултыртырға ант иткәнен белә.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды.


«Мин – Алла Улы» тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәт өсөн айырып алып, был донъяға ебәрҙе бит.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!


Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған Ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.


Ул Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит.


Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.


Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.


Бөтөн халыҡ шаҡ ҡатып бер-береһенән: – Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар.


Бынан киткән саҡта Ғайсаның артынан: – Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырып, ике һуҡыр эйәрҙе.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Ишай Дауыт батшаның атаһы ине. Дауыт Урияһтың ҡатынынан тыуған Сөләймәндең,


Түәтейралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары баҡыр һымаҡ ялтырап торған Алла Улы былай ти:


Донъяла Ғайса Мәсихтең кеше тәнендә килеүен инҡар иткән ялғансылар күбәйеп китте. Ундайҙар – алдаҡсы һәм Мәсихтең дошмандары.


Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.


Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә – Аллала.


Ә Уның бойороғо шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул бойорғанса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.


Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде.


Һеҙ ҙә беҙҙең менән тығыҙ аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Атабыҙ Алла һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтә рухым менән хеҙмәт иткән Алла шаһит: һеҙҙе һәр ваҡыт иҫкә алам


Ундағы ғибәҙәтханаларға ингәс тә: – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй ҙә башланы.


Шулай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу янына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәши.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ.


Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?


Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.


Халҡыбыҙҙың тәүатаһы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште?


Әгәр ҙә был үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалырға риза булыр инем.


Исраил халҡына ҡарағыҙ: килтерелгән ҡорбан итен ашаусылар ҡорбан усағындағы ғибәҙәттә ҡатнашыусылар түгелме ни?


Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Кеше Ғайса Мәсих.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios