Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 8:16 - Изге Яҙма

16 Шулай итеп, һәммә халыҡ ботаҡтар йыйып килтереп, үҙ йорто түбәһендә, ихатала, Алла йорто ихаталарында, Һыу ҡапҡаһы, Әфраим ҡапҡаһы майҙанында ҡыуыштар эшләне.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 8:16
12 Referencias Cruzadas  

Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.


Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Ахазъяһтан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә алды. Шунан Йеһоаш Йәрүсәлимгә барып, ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертте.


Шишмә ҡапҡаһына еткәс, улар Дауыт ҡалаһының баҫҡыстары буйлап туп-тура юғарыға, диуарға күтәрелделәр ҙә Дауыт йорто эргәһенән көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһына йүнәлделәр.


Ғофел ҡалҡыулығында йәшәгән ҡорам хеҙмәтселәре көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһы ҡаршыһын һәм алғараҡ сығып торған манараға тиклем тергеҙҙе.


Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йорттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы, Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит!


Һыу ҡапҡаһы тапҡырындағы майҙанда ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдында ошо китапты ул таң атҡандан алып төшкә тиклем уҡыны. Халыҡ ҡанун китабын үтә лә иғтибар менән тыңланы.


Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».


Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла, бөтә күк есемдәренә бағышлап, ҡорбан усаҡтары яһата.


Йеһошафат Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡы алдына – Раббы ҡорамының яңы ихатаһына сығып баҫа ла


Бер кисте Дауыт, түшәгенән тороп, һарайының башына йөрөргә сыҡты һәм унан һыу ҡойонған бер ҡатынды күреп ҡалды. Ул ҡатын ғәжәп сибәр ине.


Яңы өй һалһаң, түбә ҡырыйына һаҡлағыс таҡта ҡуй: бер кем дә ҡыйыҡтан ҡолап төшмәһен һәм ҡаны һинең өҫтөңдә булмаһын.


Етенсе айҙа, Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәп ятҡанда, бар халыҡ, бер кешеләй булып, Һыу ҡапҡаһы алдындағы майҙанға йыйылды. Улар ғилем эйәһе Ғөзәйергә Муса ҡануны – Раббының Исраилға бойороҡтары яҙылған төргәк китапты килтерергә ҡушты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios