Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 8:10 - Изге Яҙма

10 Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 8:10
32 Referencias Cruzadas  

Шат күңел – иң шәп дауа, төшөнкө күңел һөйәктәрҙе ҡорота.


Әйҙә икмәгеңде шат күңел менән аша, шарабыңды ҡыуаныс менән эс: инде Алла һинең ғәмәлдәреңде хуш күрә!


Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы!


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Бына шуға күрә лә ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәр адар айының ун дүртенсе көнөн байрам көнө итеп билдәләй. Был көндө улар шатланышып мәжлес йыя, бер-береһенә күстәнәс ебәрешә.


Уларҙың ауыр һынауҙар араһында ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.


Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны.


Кеше ашап-эсеүҙән һәм үҙенең һәр ғәмәленән бәхет таба икән, был – Алланың бүләге.


Кеше өсөн ашап-эсеү һәм үҙ хеҙмәте менән күңелен зауыҡландырыуҙан да хозурыраҡ нәмә юҡ. Мин шуны аңланым: был – Алла тарафынан кешегә бирелгән бер йыуаныс.


Булғаныңды ете, хатта һигеҙ өлөшкә бүлеп тарат, сөнки илдә ниндәй бәлә булырын белмәҫһең.


Мин үҙем дә ундай йолаларға таяна алыр инем. Әгәр башҡа берәү тән йолаларына таянырға теләй икән, минең быға нигеҙем нығыраҡ.


Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.


Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге.


Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.


Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.


Быны хеҙмәтселәреңдән дә һорай алаһың, улар һиңә әйтер. Егеттәремә яҡты йөҙ күрһәт, сөнки ырыҫлы мәлеңдә килдек. Ҡолдарыңа һәм улың Дауытҡа ҡулыңдан килгәнде бир», – тип әйтегеҙ, – тине.


Левиҙәр: – Илауҙан туҡтағыҙ, сөнки бөгөнгө көн изге, күңелһеҙ булырға ярамай, – тип бөтә халыҡты тынысландырҙы.


Шунан барлыҡ халыҡ һыйланырға, башҡалар менән уртаҡлашырға, оло ҡыуаныс менән байрам итергә тип таралышты, сөнки үҙҙәренә әйтелгәндәрҙе аңлағайны.


Йәрүсәлим менән Йәһүҙәләге һәр бер ҡаҙан Күк ғәскәрҙәре Раббыһына арналыр. Ҡорбан салырға килеүселәр был ҡаҙандарҙы ҡорбан итен бешереү өсөн файҙаланыр. Ул көн Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамында башҡаса бер сауҙагәр ҙә булмаҫ.


Унан һуң батша халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Улар батшаға фатиха ҡылып, Раббының ҡоло Дауытҡа һәм Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып таралды.


Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Торлағында – ҡеүәт һәм дә шатлыҡ.


Аллабыҙ Хаким беҙҙән ҡәнәғәт ҡалһын. Ҡулыбыҙҙың эшен емешле ит. Эйе, ҡулдарыбыҙҙың ғәмәлен уңышлы ит.


Яҡуп нәҫелен Үҙенә кире ҡайтарыр, Исраилды Үҙ янында туплар өсөн, Раббы мине әсәм ҡарынында уҡ Үҙ ҡоло итеп яратты. Уның күҙендә шөһрәт ҡаҙандым, Аллам минең көс-ҡөҙрөтем булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios