Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 7:5 - Изге Яҙма

5 Аллам күңелемә дәрәжәле кешеләрҙе, түрәләрҙе һәм бөтә ябай халыҡты туплап, нәҫелдәр буйынса иҫәп алыу ихтыярын һалды. Мин әсирлектән иң тәүҙә ҡайтҡан кешеләрҙең нәҫел исемлеген табып алдым. Унда былай тип яҙылғайны:

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 7:5
15 Referencias Cruzadas  

Үҙегеҙҙе алдамағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө ярҙамында көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.


Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар.


Йә Аллам, Товияһ менән Санбаллаттың ошондай эшен, мине ҡурҡытырға уйлаған Ноғадъяһ исемле пәйғәмбәр ҡатын менән башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе хәтереңдә тотһаңсы!


Йә Аллам, был халыҡ өсөн эшләгәндәремә күрә мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине!


Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;


Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә, таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар.


Йәрүсәлим иркен һәм ҙур ҡала, әммә кешеләре аҙ ине. Йорттарҙың күбеһе аяҡҡа баҫтырылмағайны әле.


Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.


Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios