Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 6:9 - Изге Яҙма

9 Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 6:9
23 Referencias Cruzadas  

Йөрөйөммө, ял итәмме – ваҡ иләктән үткәрәһең, Һәр бер ғәмәлемә хәбәрең бар.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм көсһөҙләнгән тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ


Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.


Шөһрәтенең байлығы менән һеҙгә эске яҡтан Үҙенең Рухы аша нығынырға ҡөҙрәт бирһен,


Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Минең ҡөҙрәтем көсһөҙлөктә камиллыҡҡа өлгәшә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән бик теләп маҡтанам.


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Дауыт бик ауыр хәлдә ҡалды, сөнки һәр кем, улдары һәм ҡыҙҙары өсөн әсе хәсрәткә батып, Дауытҡа таш бәрергә теләне. Ләкин Дауыт Аллаһы Раббынан көс алды.


Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.


Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.


Әммә һеҙ ныҡ булығыҙ. Беләктәрегеҙ талмаһын, сөнки ҡылған ғәмәлдәрегеҙ әжерһеҙ ҡалмаясаҡ.


Сөләймәндең мәҙхиәһе. Эй Алла, батшаға ғәҙеллегеңде бир, Ә батша улына хаҡ хөкөмдәр сығарырға өйрәт.


Юғарыларҙан Юғары Алланы, Миңә игелектәр ҡылған Алланы саҡырам.


Йә Аллам, Товияһ менән Санбаллаттың ошондай эшен, мине ҡурҡытырға уйлаған Ноғадъяһ исемле пәйғәмбәр ҡатын менән башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе хәтереңдә тотһаңсы!


Уға дан йырлағыҙ, ер менән күк, Диңгеҙҙәр һәм ундағы бөтә йән эйәләре!


Ашшур батшаһының хеҙмәтселәре диуар өҫтөндә торған Йәрүсәлим халҡына ҡарап, йәһүд телендә һөрәнләйҙәр. Улар, ҡаланы баҫып алыу еңелерәк булһын өсөн, халыҡтың ҡотон алып, ҡурҡытмаҡсы булалар.


Халҡымды Үҙ көсөм менән ҡеүәтле итермен, Исемемә лайыҡ тормошта йәшәрҙәр». Раббы шулай тип белдерә.


Уларҙың бергә йәшәгән бөтә күрше-күләне хәйер-саҙаҡанан тыш көмөш һауыт-һаба, алтын, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, ҡиммәтле әйберҙәр биреп ярҙам итте.


Бабил батшаһының ҡеүәтен арттырасаҡмын, ҡылысымды уға тотторасаҡмын. Ә фирғәүендең ҡулдарын һындырасаҡмын. Ул үлемесле яраланған килеш Бабил батшаһының ҡаршыһында ыңғырашасаҡ.


Ул арығанға көс бирер, Хәлдән тайғандың ҡеүәтен арттырыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios