Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 5:9 - Изге Яҙма

9 – Бик насар эшләйһегеҙ, – тинем мин уларға. – Дошмандарығыҙ булған сит халыҡтар алдында хурлыҡҡа төшмәҫ өсөн Аллабыҙҙан ҡурҡып ҡына йөрөргә тейеш түгелһегеҙме ни һеҙ?

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 5:9
21 Referencias Cruzadas  

Уға үтескә биргән аҡсаңдан һәм аҙыҡ-түлектән риба алма. Аллаңдан ҡурҡ. Ҡәрҙәшең ана шулай арағыҙҙа йәшәһен.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


Әммә был ҡылығың менән һин Раббыны һанламағаныңды күрһәттең. Шуға күрә яңы тыуған улың үләсәк.


Шуға күрә, дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мыҫҡыл итә».


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Барған һәр бер ерҙәрендә ҡәүемдәр араһында изге исемемде бысраттылар. Сөнки улар тураһында: «Был – Раббының халҡы, әммә улар Уның иленән ҡыуылып сыҡты», – тинеләр.


Аҡыл эйәләре тағы ла былай ти: хөкөмдә ғәҙелһеҙлек – яман эш;


Белемһеҙ тырышлыҡ яҡшы түгел, ашыҡҡан аяҡ абыныр.


Яуызды яҡлашыу, ғәйепһеҙҙе хаҡ хөкөмдән мәхрүм итеү – енәйәт.


Ғәйепһеҙ кешегә яза биреү, хөрмәтлене тура һүҙе өсөн туҡмау – яман эш.


Залим дуҫын алдар, уны яман юлға этәрер.


Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым.


Мин шунда Раббыға доға ҡылдым: – Эй Аллабыҙ, ишетһәңсе, беҙҙе ни тиклем түбәнһетәләр. Уларҙың мәсхәрәләрен үҙ баштарына төшөр ҙә сит ерҙәрҙә әсирлек хурлығына дусар итһәнә!


Ярамай былай, уландарым! Раббы халҡы араһында таралған хәбәрҙәр яҡшы түгел.


Өсөнсө көндө уларға былай тине: – Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, сөнки мин Алланан ҡурҡам.


– Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. –


Мин дә, ағай-энеләрем менән хеҙмәтселәрем дә уларға бурысҡа көмөш һәм иген бирәбеҙ. Әммә, әйҙәгеҙ, бурыстарын кире ҡайтарғанда артығын алыуҙан туҡтайыҡ.


Алла һинең хаҡта фәрештәләренә бойороҡ бирер, Улар, ҡайҙа йөрөһәң дә, һине һаҡлар,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios