7 Бер аҙ уйлағандан һуң, дәрәжәле кешеләрҙе һәм башлыҡтарҙы ҡаты шелтәләп, әйттем: – Һеҙ үҙ ағай-энеләрегеҙҙән артығын алаһығыҙ, – тинем. Улар арҡаһында мин ҙур йыйын йыйҙым
Уға үтескә биргән аҡсаңдан һәм аҙыҡ-түлектән риба алма. Аллаңдан ҡурҡ. Ҡәрҙәшең ана шулай арағыҙҙа йәшәһен.
Әгәр Минең халҡымдан берәйһе ярлы булып, һин уға үтескә аҡса биреп тораһың икән, риба алыусы булма, унан риба һорама.
Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –
Раббы – минең өлөшөм, минең туҫтағым, Минең йәрәбәм – Һинең ҡулыңда.
Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.
Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.
Гонаһ ҡылғандарҙы иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтәһе алдында шелтәлә.
Ә Кефас Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине.
Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.
Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларына ла ҡолаҡ һалмаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң, мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.
Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –
Асыҡтан-асыҡ әйтелгән шелтә, йәшерен һөйөүҙән яҡшыраҡ.
Раббы – халҡының ҡөҙрәте, Үҙе мәсехләгән батшаның һыйынысы, ҡотҡарыусыһы!
Дауыттың шиғыры. Һаҡла мине, эй Алла, Мин Һиндә ышыҡ табамын.
Белегеҙ, Раббы тоғро ҡолон Үҙенә айырып ала. Ҡасан ғына саҡырһам да, Ул мине ишетә.
Шул саҡ асыуым ялҡынланып, Мин һеҙҙе ҡылыс менән юҡ итермен һәм ҡатындарығыҙ – тол, ә балаларығыҙ етем ҡалыр.
Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.