2 Ҡайһы берәүҙәр: – Беҙ күмәкбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ менән улдарыбыҙ ҙа күп. Тереклек итер өсөн ашарға бойҙай кәрәк, – тине.
Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.
Йәһүҙә атаһы Исраилға былай тине: – Улыңды минең менән ебәр, тиҙерәк юлға сығайыҡ. Шул саҡта барыбыҙ ҙа иҫән ҡалыр, беҙ ҙә, һин үҙең дә, балаларыбыҙ ҙа асығып үлеүҙән ҡотолорбоҙ.
– Мысырҙа иген бар тип ишеттем. Барығыҙ, һатып алып ҡайтығыҙ, юҡһа, бөтәбеҙ ҙә үлербеҙ.
Башҡа илдәрҙән дә Йософтан ашлыҡ һатып алырға Мысырға ағылдылар, сөнки бөтә ерҙә аслыҡ ҡотора ине.
Туғаныңа үтескә көмөш, икмәк йәки башҡа нәмә биргәндә, риба түләтмә.
Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.
Ҡайһы берәүҙәре иһә: – Аслыҡ ваҡытында ашлығыбыҙ булһын тип баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын, йорттарыбыҙҙы аманат итеп бирергә мәжбүрбеҙ, – тине.
Күп сәсәһегеҙ – аҙ ураһығыҙ, Ашайһығыҙ, әммә туймайһығыҙ, Эсәһегеҙ – һыуһынығыҙ ҡанмай, Кейенәһегеҙ ҙә, йылынмайһығыҙ, Эшләйһегеҙ, әммә янсығығыҙ тишек».
Һинең күҙ алдыңда еребеҙ-ниебеҙ менән үлеп ятайыҡмы ни инде? Икмәккә алмашҡа үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә ал – беҙ еребеҙ менән бергә фирғәүендең ҡолдары булайыҡ. Тик орлоҡ ҡына бирә күр – үҙебеҙ тере ҡалайыҡ та ер буш ятмаһын.