Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 4:6 - Изге Яҙма

6 Әммә беҙ диуар төҙөүҙе дауам иттек һәм ул яртыһына тиклем күтәрелде. Халыҡ күтәренке күңел менән эшләне.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 4:6
13 Referencias Cruzadas  

Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.


Элул айының егерме бишенсе көнөндә, илле ике көн эсендә, диуар төҙөү тамамланды.


Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.


Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм:


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


Алланың Үҙ халҡына ҡылған был эшенә Хизкияһ менән бар халыҡ ифрат ҡыуана, сөнки был эш ҡапыл ғына ғәмәлгә аша.


Уларҙың ғәйебен ғәфү итмә, гонаһтарын иҫеңдән сығарма – төҙөүселәрҙе ҡайһылай мәсхәрә итте улар!


Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны.


Мәрхәмәт ҡыл, Раббы, ҡыҙған беҙҙе, Сөнки түбәнһетелеүҙән ғарыҡ булдыҡ.


Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios