21 Беҙ шулай эшләнек; халыҡтың яртыһы таң һарыһынан йондоҙҙар ҡалҡҡансы ҡулында һөңгө тотто.
Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ.
Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.
Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.
Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө ярҙамында көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.
Шуға күрә, борғо тауышын ишетеү менән, беҙҙең эргәгә йыйылығыҙ. Аллабыҙ беҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
Бынан тыш мин халыҡҡа: – Һәр кем үҙ кешеләре менән төнгөлөккә Йәрүсәлимдә ҡалһын, – тинем. – Улар төнөн һаҡта, ә көндөҙ эштә булһын.