Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 4:15 - Изге Яҙма

15 Дошмандар беҙгә ҡаршы ҡорған ниәттәренең мәғлүм булғанын һәм Алла уларҙың мәкерле уйын боҙғанын аңлағас, барыбыҙ ҙа диуарға кире килеп, һәр беребеҙ үҙ эшенә тотондо.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 4:15
13 Referencias Cruzadas  

Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.


Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ.


Ялған пәйғәмбәрҙәр әйткән билдәләрҙе бушҡа сығарам, Күрәҙәселәрҙең алйотлоғон фашлайым, Аҡыл эйәләрен еңеп сығам, Белемдәрен иҫәрлеккә әйләндерәм;


Беҙ ҡушҡанса, тырышлыҡ һалып тыныс йәшәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ һәм эшегеҙҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән башҡарығыҙ.


Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора.


Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!


Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.


Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!


Шул көндән башлап кешеләремдең ҡап яртыһы эш менән мәшғүл булды, ҡалған яртыһы ҡулдарында һөңгө һәм ҡалҡан, уҡ-һаҙаҡ тотоп, һарайта кейеп һаҡта торҙо; башлыҡтар диуарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан бөтә йәһүдтәргә таяныс булды. Йөк ташыусылар ҙа ҡораллы ине; бер ҡулдары менән эш башҡарҙылар, икенсе ҡулдары менән һөңгө тоттолар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios