Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 3:30 - Изге Яҙма

30 Унан арыраҡ диуарҙы Шәләмъяһ улы Хананъяһ менән Салафтың алтынсы улы Ханун төҙәтте. Уларҙың йәнәшәһендә Бәрәхъяһ улы Мешуллам үҙ торлағына ҡаршы урынды рәткә килтереп ҡуйҙы.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 3:30
5 Referencias Cruzadas  

Ҡаһиндарҙан һуң Иммер улы Садоҡ үҙ йортоноң ҡаршыһындағы диуарҙы төҙәтте. Уның артынан Көнсығыш ҡапҡаһы ҡарауылсыһы Шеханъяһ улы Шемағъяһ эшләне.


Диуарҙың артабанғы өлөшөн – Алла йорто хеҙмәтселәре һәм сауҙагәрҙәр бинаһына (ул бина Тикшереү ҡапҡаһы ҡаршыһында) һәм өҫкө бүлмәһе булған диуар мөйөшөнә тиклем – көмөшсө Малкияһ төҙөкләндерҙе.


Уларҙан ары диуарҙы Һаҡҡостан тыуған Урияһ улы Меремоҫ йүнәтте; улар янында Мешезавилдан тыуған Бәрәхъяһ улы Мешуллам эшләне; арыраҡ Бағана улы Садоҡ эшләне.


Эш шунда: Йәһүҙәнең байтаҡ кешеләре уның менән ант беркеткән ине. Сөнки ул Арах улы Шеханъяһтың кейәүе ине, ә Йеһоханан исемле улы Бәрәхъяһ улы Мешулламдың ҡыҙына өйләнгәйне.


Келәттәргә хужа итеп мин ҡаһин Шәләмъяһты, кәтип Садоҡты, левиҙәрҙән Педаяһты, уларға ярҙамға Маттанъяһтан тыуған Заккур улы Хананды ҡуйҙым, сөнки улар тоғро кешеләр булып иҫәпләнә ине. Үҙҙәренең ҡәрҙәштәренә өлөш таратыу уларға йөкмәтелде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios