Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 2:4 - Изге Яҙма

4 Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып,

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 2:4
15 Referencias Cruzadas  

Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.


Был хәбәрҙе ишеткәс, ултырып иланым, әллә нисә көн хәсрәткә батып йөрөнөм, ураҙа тотоп, Күк Аллаһына доға ҡылдым.


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.


– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.


Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине.


Әүәлге көндәгесә, шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар, Эстер батшабикә? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине.


Шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине.


Батша уға: – Ни булды, Эстер батшабикә? Ниндәй үтенесең бар? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тип мөрәжәғәт итте.


Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!


батшаға: – Батшам күңеленә хуш килеп, мин ҡолоңдо үҙеңдең илтифатыңа лайыҡ итһәң, мине Йәһүҙәгә, ата-бабаларымдың ҡәберҙәре ятҡан ҡалаға ебәрһәң ине. Мин уны төҙөкләндерер инем, – тип яуап ҡайтарҙым.


Уларға яуап итеп, мин: – Күк Аллаһы Үҙе беҙгә уңыш ҡаҙандырасаҡ. Ә беҙ, уның ҡолдары, һис шикһеҙ, төҙөлөшкә тотонасаҡбыҙ. Һеҙҙең иһә Йәрүсәлимдә өлөшөгөҙ ҙә, хаҡығыҙ ҙа юҡ, бында исемегеҙ ҙә иҫкә алынмаясаҡ, – тинем.


– Эй Раббым, Күк Аллаһы, Үҙеңде яратҡан һәм бойороҡтарыңды тотҡан кешеләргә рәхимеңде һалыусы һәм килешеү шарттарын һаҡлаусы бөйөк вә дәһшәтле Алла! – тинем мин. –


Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте. – Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios