Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 2:12 - Изге Яҙма

12 эргәмдәге бер нисә кеше менән төндә юлға сыҡтым. Йәрүсәлим өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында Алламдың йөрәгемә һалған фекерҙәрен бер кемгә лә әйтмәнем. Мин менгән ишәктән башҡа үҙебеҙ менән бер ниндәй ҙә мал алманыҡ.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 2:12
20 Referencias Cruzadas  

Сөнки Алла был ун мөгөҙгә Үҙенең ихтыярын үтәү теләген күңеленә һеңдергән, шуға күрә, Алла һүҙе тормошҡа ашҡанға тиклем, улар януарға батшалыҡ хакимлығын берҙәм бирә.


Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;


Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Шуға был заман шул тиклем яман, Хатта аҡыл эйәһе лә телен йотор.


Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт, Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар;


– Төндә кил дә үҙеңдең кешеләрең менән ҡырҙа боҫҡон ҡор.


Гидғон, хеҙмәтселәренән ун кеше алып, Раббы үҙенә нисек әйткән, шулай эшләне. Ләкин, үҙенең ғаиләһенән һәм ҡала кешеләренән ҡурҡҡанға күрә, быны төнөн башҡарҙы.


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


Йософ, тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла төн йөҙөндә Мысырға юлланды.


Дуҫыңа ышанма, Яҡыныңа таянма, Ҡуйыныңда ятҡанға ла Эс сереңде аслан асма.


Йушағ, төнө буйы юлда булып, дошмандар алдына көтмәгәндә килеп сыҡты.


Шунан һуң мин Йәрүсәлимгә килдем. Унда өс көн торғандан һуң,


Төндә мин Үҙән ҡапҡаһы аша Аждаһа шишмәһе эргәһенән Тиреҫ ҡапҡаһы янына килдем. Йәрүсәлимдең емерек диуарҙарын, уның яндырылған ҡапҡаларын ҡарап сыҡтым.


Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар, ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios