Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 13:7 - Изге Яҙма

7 Йәрүсәлимгә ҡайттым. Әлйәшивтең яман эше – Алла йорто ихатаһында Товияһҡа бүлмә биреүе тураһында белдем.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 13:7
8 Referencias Cruzadas  

уға ҙур бер бүлмәне биреп ҡуйған. Элек был бүлмәгә икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмала, һауыт-һаба, игендең, шараптың, зәйтүн майының левиҙәргә, йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына тейешле ундан бер өлөшөн һәм ҡаһиндар өсөн килтерелгән саҙаҡаларҙы һалалар ине.


Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоа йортондағыларҙан белдем.


Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.


Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,


Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.


Әлйоғынайҙың иһә улдары етәү була: Һодауъяһ, Әлйәшив, Пелаяһ, Ғаҡҡув, Йоханан, Делаяһ һәм Ғанани.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios