Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 13:4 - Изге Яҙма

4 Быға тиклем Аллабыҙ йортоноң келәттәре өсөн яуаплы итеп Әлйәшив ҡаһин тәғәйенләнгәйне. Ул, Товияһтың туғаны булғанға күрә,

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 13:4
7 Referencias Cruzadas  

Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды:


Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем.


Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.


Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ,


Санбаллатҡа, Товияһҡа, ғәрәп Гешемға һәм башҡа дошмандарыбыҙға минең диуарҙы төҙөп бөтөрөүем һәм унда емерек урындарҙың ҡалмауы хаҡында хәбәр барып ишетелгәс, әйткәндәй, мин ул ваҡытта ҡапҡаларҙы ҡуймаған да инем әле –


Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios