Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 13:13 - Изге Яҙма

13 Келәттәргә хужа итеп мин ҡаһин Шәләмъяһты, кәтип Садоҡты, левиҙәрҙән Педаяһты, уларға ярҙамға Маттанъяһтан тыуған Заккур улы Хананды ҡуйҙым, сөнки улар тоғро кешеләр булып иҫәпләнә ине. Үҙҙәренең ҡәрҙәштәренә өлөш таратыу уларға йөкмәтелде.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 13:13
20 Referencias Cruzadas  

Йәрүсәлим менән идара итергә туғаным Ханани менән Йәрүсәлим ҡәлғәһе башлығы Хананъяһты ҡуйҙым. Сөнки Хананъяһ күптәргә ҡарағанда тоғро һәм Алланан ҡурҡҡан кеше ине.


Хәйер, был кешеләрҙең ҡулдарына бирелгән аҡсаны нимәгә тотоноуҙарына яуап һоралмаһын, сөнки уларға ышанырға була.


Ышаныс белдерелгән кешеләрҙең тоғро булыуы талап ителә.


Шулай булғас, имандаштар, арағыҙҙан Изге Рух һәм зирәк аҡыл менән һуғарылған абруйлы ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.


Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.


Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды:


Эшселәргә түләгән кешеләрҙән иҫәп-хисап талап ителмәне, сөнки улар ғәҙел эшләне.


Уларҙы ла башта һынап ҡараһындар, шунан ғына, әгәр тел тейҙермәҫлек булһалар, хеҙмәт итһендәр.


Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, эҙәрлекләгән аяуһыҙ кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм ышанмауымдан килә ине.


илселәр ҡарамағына тапшыра ине. Был аҡсалар һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бүлеп бирелде.


Раббы Ғайса иһә былай тине: – Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


борғо ҡысҡыртыусы бер нисә ҡаһин, шулай уҡ Зәкәрьяһ барҙы. Зәкәрьяһ – Йонаҫан улы, Йонаҫан – Шемағъяһ, Шемағъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ – Михаяһ, Михаяһ – Заккур, Заккур Асаф улы ине.


Йәрүсәлимдә левиҙәрҙең башлығы Ғуззи булды, ул – Бани улы, Бани – Хашавъяһ, Хашавъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ Миха улы ине. Ғуззи Алла йортондағы йырсылар нәҫеленән – Асаф нәҫеленән ине.


Заккур, Шеревъяһ, Шеванъяһ,


Ғилем эйәһе Ғөзәйер ошо уңай өсөн махсус эшләнгән ағас мөнбәрҙә баҫып торҙо, ә уның уң яғынан Маттиҫъяһ, Шемағ, Ғанаяһ, Урияһ, Хилҡияһ, Мағасеяһ, ә һул яғынан Педаяһ, Мишаил, Малкияһ, Хашум, Хашбаддана, Зәкәрьяһ һәм Мешуллам тора ине.


Унан арыраҡ диуарҙы Шәләмъяһ улы Хананъяһ менән Салафтың алтынсы улы Ханун төҙәтте. Уларҙың йәнәшәһендә Бәрәхъяһ улы Мешуллам үҙ торлағына ҡаршы урынды рәткә килтереп ҡуйҙы.


Левиҙәр уңыштың унынсы өлөшөн йыйған ваҡытта, Һарун нәҫеленән булған бер ҡаһин левиҙәр янында булырға, левиҙәр иһә үҙҙәренә тейгәндең ундан бер өлөшөн Аллабыҙ йортона, келәт бүлмәләренә алып барып тапшырырға тейеш.


Ғәйеп һәм гонаһ ҡорбандары өсөн бирелгән аҡсалар иһә Раббы ҡорамына тотонолманы; улар ҡаһиндарға тәғәйенләнгәйне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios