Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 13:12 - Изге Яҙма

12 Йәһүҙә халҡының барыһы ла келәттәргә игендең, шарап һәм зәйтүн майының ундан бер өлөшөн килтерә башланы.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 13:12
9 Referencias Cruzadas  

Ҡорамымда ризыҡ булһын – Бөтә ғөшөрҙө келәткә килтерегеҙ. Мине шуның менән һынағыҙ: Һеҙҙең өсөн күк ҡабағын асмаҫмынмы, Фатиханы самаһыҙҙан ҡоймаҫмынмы? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды:


Баҫыуығыҙҙа өлгөргән уңыштың ундан бер өлөшөн йыл һайын айырып ҡуйығыҙ.


Ерҙән алынған барлыҡ уңыштың һәм ағастарҙан йыйып алынған емештең ундан бер өлөшө – Раббыныҡы, ул Раббының изге өлөшө.


Был бойороҡ иғлан ителеү менән, Исраил халҡы икмәк, шарап, май, бал, баҫыуҙан йыйылғандың һәммәһенән тәүге уңышты күпләп килтерә башлай – бөтәһенең ундан бер өлөшөн алып килә.


Кеше Алланыҡын урлай аламы һуң? Һеҙ иһә Мине таламаҡ булаһығыҙ. Үҙегеҙ: „Һине нисек талайыҡ инде?“ – тиһегеҙ. Ғөшөр һәм хәйер-саҙаҡаларҙы урлайһығыҙ.


Йәрүсәлимдә йәшәүсе халыҡҡа ул, үҙҙәрен Раббы ҡанунын теүәл үтәүгә бағышлай алһындар өсөн, ҡаһиндар һәм левиҙәргә тейешле өлөштө бирергә бойора.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios