Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 13:10 - Изге Яҙма

10 Бының өҫтәүенә мин левиҙәргә тигән өлөштөң бирелмәүен, үҙҙәренең хеҙмәтен башҡарған левиҙәр менән йырсыларҙың һәр береһе үҙ биләмәләренә ҡайтып бөтөүен белдем.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 13:10
11 Referencias Cruzadas  

Аллабыҙ йортондағы келәттәргә ҡаһиндар өсөн тәүге тарттырылған он, саҙаҡалар, төрлө ағас емештәрен, шарап, зәйтүн майы килтерергә һәм левиҙәргә еребеҙҙең ундан бер өлөшөнөң уңышын бирергә. Левиҙәр ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән бөтә ҡалаларҙа ла уңыштың ундан бер өлөшөн йыясаҡ.


Кеше Алланыҡын урлай аламы һуң? Һеҙ иһә Мине таламаҡ булаһығыҙ. Үҙегеҙ: „Һине нисек талайыҡ инде?“ – тиһегеҙ. Ғөшөр һәм хәйер-саҙаҡаларҙы урлайһығыҙ.


Зеруббавел менән Нөхәмияһ дәүерендә бөтә Исраил халҡы йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына көн һайын өлөш биреп торҙо; шулай уҡ левиҙәргә лә тейешле өлөш бирелде, левиҙәр ҙә Һарун нәҫеленән булғандарға өлөш бүлде.


Ҡарағыҙ уны, илегеҙҙә йәшәгән левиҙәрҙе ғүмер буйы ҡайғыртығыҙ.


– Исраилдарға бойороҡ бир, мөлкәт итеп алған биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар, ҡалалар тирәләй көтөүлектәр бүлһендәр:


Сөнки Исраил халҡы ла, левиҙәр ҙә саҙаҡаларын: иген, шарап, зәйтүн майын – Изге торлаҡтың һауыттары һәм Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың, ҡапҡа һаҡсыларының, йырсыларҙың кәрәк-яраҡтары һаҡланған келәттәргә илтергә тейеш. Аллабыҙ йортон ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ!


Йәрүсәлимдә йәшәүсе халыҡҡа ул, үҙҙәрен Раббы ҡанунын теүәл үтәүгә бағышлай алһындар өсөн, ҡаһиндар һәм левиҙәргә тейешле өлөштө бирергә бойора.


Тотош яндырыу ҡорбаны итеп, Һин Миңә һарыҡтар килтермәнең, Ҡорбандарың менән Миңә хөрмәт күрһәтмәнең. Мин өҫтөңә ҡыйынлыҡ һалманым – Икмәк саҙаҡалары талап итмәнем, Хуш еҫ ҡорбандары таптырып йонсотманым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios