Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 1:2 - Изге Яҙма

2 Шул ваҡытта туғандарымдың береһе Ханани менән Йәһүҙәнән бер нисә кеше килде. Мин уларҙан әсирлектән ҡотолоп иҫән ҡалған йәһүдтәрҙең хәлен белештем, Йәрүсәлим тураһында һораштым.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 1:2
12 Referencias Cruzadas  

Йәрүсәлим менән идара итергә туғаным Ханани менән Йәрүсәлим ҡәлғәһе башлығы Хананъяһты ҡуйҙым. Сөнки Хананъяһ күптәргә ҡарағанда тоғро һәм Алланан ҡурҡҡан кеше ине.


Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм


Иҫән ҡалғандар үҙәндәге күгәрсендәр кеүек тауҙарға ҡасыр, һәр береһе үҙ гонаһы өсөн һыҡрар.


Иҫән ҡалған һәм Мысырҙа төйәкләнергә тип киткән йәһүҙиҙәрҙең береһе лә ҡотолоп ҡалмаҫ, Йәһүҙәгә ҡайта алмаҫ. Улар бөтөн булмыштары менән Йәһүҙәгә ҡайтырға ашҡыныр, ләкин ҡасып киткәндәрҙең бик аҙы ғына әйләнеп ҡайтыр».


ә беҙ һаман да Һинең бойороҡтарыңды боҙорбоҙ, ошо ерәнгес ғәҙәтле халыҡтар менән туғанлашырбыҙмы ни? Беҙҙе юҡ итеү сигенә еткәнсе асыуланмаҫһыңмы, ә инде ул саҡта тере ҡалыусылар ҙа, ҡотолоу юлы ла булмаҫмы беҙгә?


Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Ғамора батшаларының яугирҙәре ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты.


Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы.


Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios