Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 6:1 - Изге Яҙма

1 Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ: Тороғоҙ, дәғүәгеҙҙе тауҙар алдында белдерегеҙ, Ҡалҡыулыҡтар ишетһен тауышығыҙҙы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ: Тороғоҙ, дәғүәгеҙҙе тауҙар алдында белдерегеҙ, Ҡалҡыулыҡтар ишетһен тауышығыҙҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ: Тороғоҙ, дәғүәгеҙҙе тауҙар алдында белдерегеҙ, Ҡалҡыулыҡтар ишетһен тауышығыҙҙы.

Ver Capítulo Copiar




Миха 6:1
22 Referencias Cruzadas  

Эй ил, ил, Раббы һүҙен тыңла, эй ил!


«Мин һөйләйем, ҡолаҡ һал, күк; Ер йөҙө, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишет!


Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ, Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


– Эй әҙәм улы, Исраил тауҙарына пәйғәмбәрлек ит, әйт уларға: «Эй Исраил тауҙары, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Ғәйебемде ныҡлап йыуып ағарт, Гонаһымдан мине, зинһар, таҙарт.


бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.


Ә һеҙ, Исраил тауҙары, сәскә атасаҡһығыҙ һәм халҡым Исраилға емеш бирәсәкһегеҙ, сөнки халҡым Исраил тиҙҙән йортона ҡайтасаҡ.


Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.


Ғайса иһә: – Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуапланы.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Утта ирегән балауыҙмы ни, Аяҡ аҫтарында тауҙар ирер; Түбәләрҙән аҡҡан һыуҙармы ни, Үҙәнлектәр икегә йырылыр.


Шунан Ул миңә: – Был һөйәктәргә пәйғәмбәрлек ит, – тине. – Әйт уларға: «Эй ҡоро һөйәктәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртегеҙ, Тәкәббер булмағыҙ. Сөнки Раббы шулай тине.


Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.


– Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул.


Хәҙер иһә хозурыма баҫығыҙ. Раббының һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға ҡылған барлыҡ яҡшылыҡтарын бәйән итеп, мин һеҙгә Раббы алдында хөкөм ҡылам.


Баш бирмәҫ халыҡтарҙан Асыуланып-ярһып үс алырмын».


Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә.


Раббы дәғүәһен белдерер өсөн, Халыҡтарҙы хөкөм итер өсөн әҙер тора.


«Эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә былай ти: „Бына, Мин өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм, табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы юҡҡа сығарам.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios