Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 1:6 - Изге Яҙма

6 «Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 – Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 «Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. –

Ver Capítulo Copiar




Миха 1:6
19 Referencias Cruzadas  

Һеҙ аҡбалсыҡ менән ағартҡан диуарҙы ҡолатып, ер менән тигеҙләрмен. Уның нигеҙҙәре күренеп ятыр. Диуар ҡолағанда, һеҙ барығыҙ ҙа уның менән бергә һәләк булырһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Алтын нисек тоноҡланды! Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды. Һәр бер урамдың сатында Изге аҫылташтар аунап ята.


Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым.


Ғайса: – Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.


Һин Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн, Мәсихеңде йолоп алыр өсөн сыҡтың. Яуыз нәҫелдең башлығын иҙҙең, Түбәһенән аяҡ тырнағынаса тунаның. Села


Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә, Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.


Бабил таштар өйөмөнә, Сүл бүреләренең төйәгенә, Ҡот осорғос бер урынға, Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер.


Эй Бабил, һәләк итеүсе тау, Мин һиңә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Эй бар донъяны һәләк итеүсе! Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп Ҡаяларҙан аҫҡа тәгәрләтәм, Янып-көйгән тауға әйләндерәм.


«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Моавтың бейек диуарҙарын емереп ташлар, Ҡолатыр ҙа саң-туҙанға әйләндерер.


Сөнки Һин ҡаланы бер таш өйөмөнә, Нығытмалы ҡаланы харабаға әйләндерҙең. Ул ҡәлғә яттар ҡалаһы ине, юҡҡа сыҡты, Инде мәңге ҡабат торғоҙолмаҫ.


Әгәр инде ул берәй ҡалаға инеп йәшенә ҡалһа, ул сағында бөтә Исраил арҡан алып шул ҡалаға килер. Шунда барыбыҙ бергәләп ҡаланы ауҙарырбыҙ, бер бөртөк ташын да ҡалдырмай үҙәнгә һөйрәп төшөрөрбөҙ.


Дамаск хаҡында әүлиәлек. «Бына, Дамаск ҡалалар иҫәбенән юйыласаҡ, Харабалар өйөмөнә әйләнәсәк.


Самария тауҙарында тағы Йөҙөм баҡсалары ултыртырһың. Уларҙы үҫтергән баҡсасылар Емешен дә үҙҙәре ашап кинәнер.


Хизкияһ батшалығының дүртенсе, йәғни Исраил батшаһы Эла улы Һошеяғтың етенсе йылында, Ашшур батшаһы Шалманасар Самарияға һөжүм итте һәм ҡаланы ҡамап алды.


Өс йыл буйы ҡамауҙа булғандан һуң, Самария баш һалды. Был хәлдәр Хизкияһ батшалығының алтынсы, Һошеяғ батшалығының туғыҙынсы йылында булды.


Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios