Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 9:23 - Изге Яҙма

23 Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килгән халыҡ төркөмөн күрҙе.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

23 Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса унда матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килеүселәр төркөмөн күрҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килгән халыҡ төркөмөн күрҙе.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 9:23
12 Referencias Cruzadas  

Йошияһ тураһында Йермеяһ һыҡтау йыры сығарған; бөгөнгө көнгө тиклем ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсылар ошо һыҡтау йырын башҡара. Был Исраилда йола булып киткән һәм улар Һыҡтау йырҙарына индерелгән.


Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте.


Улар: «Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ, ә һеҙ бейемәнегеҙ. Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ, ә һеҙ иламанығыҙ», – тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған.


Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.


Эсеңдән генә һыҡта, үлгән кешең өсөн матәм йолаһын үткәрмә. Сәлләң менән ҡатаңды кей, йөҙөңдөң аҫҡы өлөшөн ҡаплама, йыназа икмәге ашама.


Паулус, урамға сығып, егетте эйелеп ҡыҫып ҡосаҡланы ла: – Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә, – тине.


Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа, һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа ишетелмәҫ инде һиндә. Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә, бер генә һөнәр ҙә булмаҫ, тирмән ташының тауышы ла ишетелмәҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios