Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 8:9 - Изге Яҙма

9 Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «кил» тиһәм, килә. Хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә: «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «кил» тиһәм, килә. Хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 8:9
17 Referencias Cruzadas  

Ҡолдар һәр нәмәлә хужаларына буйһонһон, ярарға тырышһын, бәхәсләшмәһен,


Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтә нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ.


Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә; икенсеһенә «кил» тиһәм, килә; хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.


Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушты. Тән яныуы туҡтаны. Ҡатын шунда уҡ торҙо ла уларға табын әҙерләй башланы.


Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел,


– Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе Уға йөҙ башы. – Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығыр.


Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде. Артынан эйәреп килгән кешеләргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең Исраил халҡы араһында был тиклем көслө иманға эйә булған берәүҙе лә осратҡаным юҡ.


Һәммәһе лә шаҡ ҡатты. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы ғилем… Уның яуыз рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!


Ғайса, ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios