Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 8:2 - Изге Яҙма

2 Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 8:2
37 Referencias Cruzadas  

Был хеҙмәтсе батша алдында йөҙтүбән ҡапланып: «Аҙ ғына сабыр итеп тор инде, мин уны тулыһынса ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған.


Ҡатын иһә килеп Уның алдына йөҙтүбән ҡапланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!


Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙтүбән ҡапланыр ҙа Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер.


Инеп килгән Петрусҡа ҡаршы сыҡҡан Корнелиус, уның аяҡтарына йығылып, йөҙтүбән ергә ҡапланды.


– Әфәндем, мин ышанам! – тип, күҙҙәре асылған кеше Уның алдына килеп тубыҡланды.


Ғайсаны күргәс, Уға сәждә ҡылдылар, әммә ҡайһы берәүҙәре шикләнде.


Ильясиғин пәйғәмбәр ваҡытында Исраилда махау сире менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Нағамандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.


Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғондың өйөндә ине.


Шунан Зәбәҙәйостың ҡатыны, улдары менән Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.


Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.


Кешеләрҙең ышанмауы арҡаһында, Ул бында мөғжизәләрҙе күп ҡылманы.


Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килде. Ул Ғайсаның алдына килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ә Һин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелеп китер.


Раббы Ғазаръяһты язалап, махау сиренә дусар итте. Ғүмеренең аҙағына тиклем батша махау ауырыулы булды һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәне. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итте.


Шуға күрә Нағамандың махау сире мәңгелеккә һиңә һәм тоҡомоңа күсһен. Гехази пәйғәмбәр янынан ҡарҙай ағарып махау ауырыулы булып сыҡты.


Болот сатыр өҫтөнән күтәрелгәс, Мирйәмде, ҡар кеүек булып, махау ауырыуы ҡаплап алғайны. Һарун Мирйәмгә боролғайны, уның махаулы икәнен күрҙе.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра.


Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты: – Именлек һеҙгә! – тине. Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар.


Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ.


– Әгәр алдыма йөҙтүбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.


Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.


Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.


Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күмәк халыҡ эйәрҙе.


Шәкерттәре Уны уятып: – Хакимыбыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.


Әммә Петрус: – Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки хәрәм нәмә ашағаным булманы, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios