Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 8:16 - Изге Яҙма

16 Ә инде кискеһен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

16 Ә инде кисен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Ә инде кискеһен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 8:16
17 Referencias Cruzadas  

Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килде. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырҙы.


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уларҙы йәлләп, араларындағы ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырҙы.


Петрус үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға алып сығып, түшәктәргә һалдылар.


Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны.


Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырғас, ул һөйләшә һәм күрә башланы.


Шул ваҡыт дүрт кеше Уға фалиж һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде.


Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.


Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине.


Сусҡа ҡараусылар иһә ҡалаға йүгерҙеләр һәм унда, ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да ҡушып, барыһын да һөйләп бирҙеләр.


Ғайса уның ҡулына тейеү менән, тәненең яныуы туҡтаны. Ҡатын, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы.


«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине.


Ғайса, уны күреп, Үҙенең янына саҡырып алды ла: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios