Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 8:12 - Изге Яҙма

12 Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Ә кемгә Батшалыҡ тәғәйенләнгән булған, улар тышҡы ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр: унда һыҡтау һәм теш шығырлатҡан тауыштар ишетелер, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 8:12
19 Referencias Cruzadas  

Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡа, ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тине.


Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ.


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк.


янып ятҡан мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр.


янып ятҡан мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр.


Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер.


Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел ҡыуып таратҡан томандар һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе.


Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатиха алыр», – тип, аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ.


Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис балалары,


Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.


Ҡолдарым ҡыуанып күңел асыр, Һеҙ йән ғазабынан иңрәрһегеҙ, Рухығыҙ һынғандан һыҡрарһығыҙ.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios