1 Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күмәк халыҡ эйәрҙе.
1 Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күп халыҡ эйәрҙе.
Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған күмәк халыҡты күреп, шәкерттәренә күлдең теге ярына сығырға ҡушты.
Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан, Йәрүсәлимдән, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.
Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралды. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылды.
Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан бик күп кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән,
Ғайса шәкерттәре менән Йерихо ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан күмәк халыҡ эйәрҙе.
Уның артынан күмәк халыҡ эйәреп барҙы, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы.
Аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы, ғәриптәрҙе, телһеҙҙәрҙе һәм байтаҡ бүтән сирлеләрҙе алып, Уның янына күмәк халыҡ йыйылып килде. Улар ауырыуҙарҙы Уның аяғы янына һалдылар, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.
Был хаҡта белгәс, Ғайса унан китте. Артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы,
сөнки Ул ҡанун белгестәре һымаҡ түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек һөйләне.
Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тине.