Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 4:7 - Изге Яҙма

7 – Унда: «Аллаң Раббыны һынама», – тип тә яҙылған, – тип яуапланы уға Ғайса.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Ғайса уға: – Унда: «Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, – тип яуапланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 – Унда: «Аллаң Раббыны һынама», – тип тә яҙылған, – тип яуапланы уға Ғайса.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 4:7
21 Referencias Cruzadas  

Аллағыҙ Раббыны Массалағы һымаҡ һынамағыҙ.


Ҡайһы берәүҙәр кеүек Мәсихте һынамайыҡ – улар йылан саҡҡандан үлде.


Унда ата-бабаларығыҙ Мине һынаны һәм ҡылған эштәремде ҡырҡ йыл буйына күрҙе.


Был урынды ул Масса һәм Мерива тип атаны. Сөнки унда Исраил халҡы дәғүәләшкәйне һәм: «Раббы беҙҙең арабыҙҙамы, әллә юҡмы?» – тип Раббыны һынап ҡарағайны.


Кешеләр Мусаны ғәйепләй башланы. Унан: – Беҙгә эсәр һыу бир, – тип таптырҙылар. – Ниңә һеҙ мине ғәйепләйһегеҙ? – тине Муса. – Ниңә Раббыны һынайһығыҙ?


Әммә Петрус: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана ишектән иреңде ерләгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.


Уларҙы ҡараңғылыҡтан, Шомло ҡараңғылыҡтан сығарҙы, Бығауҙарын селпәрәмә өҙҙө.


Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ! Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор!


Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».


шөһрәтемде, Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә


– «Кеше икмәк менән генә түгел, Алла әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.


– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –


– Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар. – Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Сабыйҙар һәм имсәк балалар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды бер ҡасан да уҡыманығыҙмы ни?


Ғайса уға: – Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыны һынама», – тип әйтелгән, – тип яуапланы.


Шулай булғас, аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios