Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 4:14 - Изге Яҙма

14 Был иһә Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Был иһә Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Был иһә Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:

Ver Capítulo Copiar




Матфей 4:14
15 Referencias Cruzadas  

Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.


Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандарҙың бөтәһе лә үтәләсәк.


Һируд үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Һыуһаным! – тине.


Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Мине һис бер юҡҡа күрә алманы» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды.


Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.


Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, ошолай булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?


Был – Ишағыяһ пәйғәмбәр аша: «Ул беҙҙең ауырыуҙарыбыҙҙы өҫтөнә алды һәм сирҙәребеҙҙе Үҙенә йөкмәне», – тип әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:


Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты.


«Эй Зевулун ере, Нафтали ере, диңгеҙ юлы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, сит ҡәүемдәр иле Галилея!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios