Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 4:13 - Изге Яҙма

13 Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Назараны ҡалдырып Ул, Завулон һәм Неффалим еренә барып, Галилея күле буйындағы Капернаум ҡалаһында урынлашты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 4:13
17 Referencias Cruzadas  

Шунан һуң Ул теге саҡта һыуҙы шарапҡа әйләндергән урынға – Галилеяның Кана ҡалаһына килде. Капернаумда улы ауырып ятҡан бер һарай әһеле бар ине.


Улар Капернаумға килде. Шәмбе көн тыуғас та Ғайса, ғибәҙәтханаға инеп, йыйылған халыҡҡа аң-белем бирә башланы.


Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине.


Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта әйтте.


Халыҡ, унда Ғайсаның да, шәкерттәренең дә юҡлығын күргәс, кәмәләргә ултырып, Ғайсаны эҙләргә Капернаумға китте.


кәмә менән аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса әле улар янына килмәне.


Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына китте. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды.


Улар Капернаумға килеп еткәс, Алла йорто өсөн ике драхмалыҡ һалымды йыйыусылар Петрус янына килеп: – Остазығыҙ һалым түләмәйме? – тип һораны.


Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ Миңә: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтем менән яуап бирерһегеҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тине.


Был иһә Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:


«Эй Зевулун ере, Нафтали ере, диңгеҙ юлы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, сит ҡәүемдәр иле Галилея!


Ғайса, кәмәгә ултырып, күл аша сыҡты ла, Үҙе йәшәгән ҡалаға килде.


Бер нисә көндән Ғайса ҡабат Капернаумға килде. Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды.


Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios