Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 4:1 - Изге Яҙма

1 Шунан һуң, Иблистән һынатыр өсөн, Алла Рухы Ғайсаны сүлгә алып китте.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Шунан һуң, Иблистән һынатыр өсөн, Алла Рухы Ғайсаны сүлгә алып китте.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 4:1
18 Referencias Cruzadas  

Ғайса Үҙе лә, һынауҙарҙан үтеп ғазап сикте. Шуның өсөн Ул һынауҙан үткәндәргә ярҙам итә ала.


Алла Рухы етәкселегендә йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә – Алла балалары.


Рух мине, аяҡҡа баҫтырып, эске ихатаға алып керҙе. Бына Раббының шөһрәте ҡорамды тултырҙы.


Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филиппусты алып китте, хәбәши уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте.


Шунан Рух мине өҫкә күтәрҙе. Мин артымда: «Раббының шөһрәте Үҙ урынында мөбәрәк булһын!» – тигән тетрәндергес мәғрур тауыш ишеттем.


Күренмешемдә Раббы мине, Исраил еренә алып килеп, бик бейек тау башына баҫтырҙы. Тауҙың көньяғында ҡалаға оҡшаған биналар күрҙем.


Эргәңдән китеүем булыр, Раббы Рухы һине әллә ҡайҙарға алып китер. Ахавҡа барып әйтермен, ә ул килер ҙә, һине бында тапмаһа, мине үлтерер. Мин ҡолоң йәш сағымдан алып Алланан ҡурҡҡан бәндәмен.


– Беҙ фәҡирҙәрең араһында бик көслө илле кеше бар, – тине улар. – Хакимыңды эҙләп килергә рөхсәт итһәң ине. Бәлки, Раббы Рухы уны берәй тауға йәки үҙән буйына алып барып ҡалдырғандыр. – Юҡ, йөрөмәһендәр, – тип яуапланы Ильясиғин.


Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Алланың Рухынан килгән күренмештә рух мине күтәреп алды ла халдейҙар еренә, һөргөндәгеләр янына, алып килде. Шунан мин күргән күренмеш юҡҡа сыҡты.


Рух, мине күтәреп, Раббы ҡорамының көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаһы янына алып килде. Ҡапҡа ауыҙында егерме биш кеше тора ине. Мин улар араһында халыҡ башлыҡтары Ғаззур улы Яазанъяһ менән Бенаяһ улы Пелатъяһты күрҙем.


Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине.


Һәр кемде, ымһындырып һәм әүрәтеп, үҙенең нәфселе теләге ҡоторта.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios